Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Июнь 2022, 16:52

Онотолмаҫ сара

Балтас районы һабантуй майҙанында Йәштәр көнө гөрләп уҙҙы.

Онотолмаҫ сара
Онотолмаҫ сара


Йәштәрҙе иң башта сәхнәнән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Инзилә Ғәсимйәнова сәләмләне, төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан, уларҙы ойошторорға һәм үткәрергә ярҙам иткән ирекмәндәргә һәм  әүҙем йәштәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын, бүләктәрен тапшырҙы.
Байрамға яңы өйләнешкән Алмаз һәм Розалия Әхмәтйәновтар ҙа саҡырылғайны, уларға ла иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Майҙанда спорт уйындары ла ойошторолдо, унда ҡыҙҙар бейек үксәле туфлиҙар менән йүгерҙе, ә егеттәр бүрәнәләр киҫте, бесән төгөн тәгәрәтте.
Райондың йәш йырсылары бүләкләнеүселәргә һәм тамашасыларға йырҙар бүләк итте.
Украиналағы махсус операцияны хуплауға бағышланған йәштәр матур флешмобта берләште. Йөҙгә яҡын кеше Рәсәйҙең еңеүҙе һәм ғәҙеллекте һынландырған символдары булған “Z” хәрефе формаһында теҙелде.
Сараны Өфө ҡалаһынан саҡырылған махсус ҡунаҡтар COOLPLAY кавер- төркөмө дауам итте. Байрам фейеверк һәм дискотека менән тамамланды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Онотолмаҫ сара
Онотолмаҫ сара
Онотолмаҫ сара
Читайте нас: