Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Июнь 2022, 18:05

Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте

Байрам һәр кемдең күңеленә хуш килде.  

Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте

Бөгөн көн шундай матур, ҡояштың ҡайнар нурҙары еләҫ ел менән иркәләп Яңы Бәрҙәш ауылы халҡын һабантуй байрамына әйҙәне. Уңғандарҙың шашлык еҫтәре лә һәр кемдең танауын ҡытыҡлатып, майҙанға ашыҡтырҙы.
Яңы Бәрҙәштә һабантуй беренсе тапҡыр түгел, ул йыл һайын тиерлек юғары кимәлдә ойошторолоп, тирә-яҡ ауылдарҙы берләштереп, яңынан-яңы осраштырып тора. Быйыл да ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғайфулла улы Ғиндуллин командаһы байрамға ентекле әҙерләнгән, меңгә яҡын кеше йәше-ҡарты йыйылыуы ла ошо хаҡта тәфсирләй.

Ҡариҙел районы хакимите башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин да ғаиләһе менән урман халҡын тәбрикләргә ашыҡты. Ул ауыл уңғандарын Маҡтау грамоталары менән бүләкләне, хакимиәт исеменән ауылыға үлән сапҡыс – триммер тапшырҙы. Ошо ауыл кейәүе, элекке район хакимиәте башлығы, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Илдар Вил улы Ғарифуллин байрамдың төп ҡунағы булды. Илдар Вил улы һүҙ алып, яҡташтарын ҡотланы, “Азатлыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башлығы етәксеһе Хөбөтдин Хисмәтуллинға министрлыҡтың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Төрлө халыҡ уйындары, спорт бәйгеләре старт алғас, ҡатнашыусылар үҙҙәрен таҫыллыҡта һынап ҡараны, дәрт-дармандарын татыны. Әлбиттә, милли көрәш үткән майҙансыҡ та халыҡ гөр килде. Сөнки берәм-берәм теҙелеп торған тәкәләр үҙ хужаларын көтә ине. Район һабантуйында төп бүләкте күтәреп ҡайтҡан Зөбәйеров Илнар был юлы ла үҙенең батырлығын иҫбат итте, тағы ла бер тәкә уның киң яурындарына менеп ятты. Үҙ ауырлыҡтарында мәктәп уҡыусылары ла көс һынашты, Шәнгәрәев Илнар һәм Әкрәмов Камил көрәш батырҙары булып, тәкә менән бүләкләнде.

Шул арала йомортҡалы ҡалаҡты ауыҙға ҡабып уҙышыу ҙа үҙ тамашасыларын йыйҙы. Йәш ҡыҙҙар, апайҙар һыулы биҙрәләрҙе көйәнтәгә элеп ярышты. Майҙан уртаһында бейек бағанаға ла үрмәләп бүләкле булыусылар билдәле булды. Мәҫәлән, Зөбәйеров Илдар был шартты әкиәттәгесә үтәне, бүләгенән бик ҡәнәғәт ине.
Яңы Бәрҙәш – урмансылыҡ кәсебе менән дан алған ауыл. Шуға ла күп кенә бәйгеләр ошо кәсеп менән бәйле булды. Ир-аттар балта һаплау буйынса оҫталығын күрһәтте, билдәле бер ваҡыт эсендә сүкеш менән ҡаҙаҡ ҡағып, сәмлелектәрен иҫбатланы. Урман хужалыҡтары араһында йыл һайын республика ярыштары уҙғарылып тора. Ошо ауылда шундай конкурстарҙа күп тапҡырҙар еңеүсе булған Алмаз Ғафаров та ауылдаштарын яңы уңыштары менән ҡыуандырҙы, ул 18 секунд эсендә “Штиль” бысҡыһының сылбырын алыштырып ҡуйҙы! Ҡеүәтле манипуляторҙа иһә йәтеш кенә бүрәнәләрҙе төшөрөп ебәрмәйенсә йыйып-ҡуйып күрһәттеләр, бына ҡайҙа урмансыларҙың оҫталығы!
Аллаға шөкөр, өҫтәлдәр тулы, милли һый-хөрмәт менән һәр ерҙә йылмайып ҡаршы алдылар. Бөтә майҙанға күңелле музыка ишетелеп торҙо. Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Зилә һәм Фәнзәл Ҡотдосовтар, уларҙың ейәне Ренальд Ҡотдосов сығыштары менән сәхнә күрке булды. Ауыл таланттары ла уларҙан һис ҡалышманы.
Әлбиттә, бындай байрамдар ярҙамһыҙ үтмәй. Ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ғайфулла улы яҡташтары Алмаз Исламғәлиев һәм Вил Мостафиндарҙың бағыусылыҡ күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе. Бына шулай, Яңы Бәрҙәштәге һабантуй һәр кемдең күңеленә хуш килде, тәбиғәт менән бергә халыҡ та рәхәтләнеп тантана итте.

Гөлнара Солтанова.

Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Яңы Бәрҙәштә Һабантуй тантана итте
Читайте нас: