Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Июнь 2022, 21:30

Йәш саҡ - дәртле саҡ!

Асҡында Йәштәр көнө сиктәрендә мәҙәни һәм спорт саралары ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.  

Йәш саҡ - дәртле саҡ!
Йәш саҡ - дәртле саҡ!

 

 

Бөгөн Асҡында Йәштәр көнө сиктәрендә бик күп саралар уҙҙы.

Көндөҙ һабантуй яланында - футбол, ә “Йәшлек” паркында волейбол буйынса ярыштары ойошторолдо.

Район Мәҙәниәт йорто алдында ла халыҡ гөж килә. Биләмә-ара үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған акцияға ҡушылып, асҡындар китап бүләк итте.

Армрестлинг һәм гер күтәреүҙә лә көстәрен һынанылар теләгәндәр. Фойела иһә өҫтәл теннисы буйынса ярыштылар.

Артабан сараның тантаналы өлөшө башланды. Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов барыһын да байрам менән ҡотлап, иң әүҙем йәштәрҙе төрлө кимәлдәге Почет грамоталары менән бүләкләне.

 

Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы Риваль Ринат улы Сәлимов та изге теләктәрен еткереп, иң алдынғыларға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Сара байрам концерты менән дауам итте.

Наилә Имаева.



Йәш саҡ - дәртле саҡ!
Йәш саҡ - дәртле саҡ!
Йәш саҡ - дәртле саҡ!
Читайте нас: