Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Июнь 2022, 09:50

Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?

Быйыл да батырҙарҙы көрәш майҙаны үҙенә йәлеп итте.

Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?
Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?

Һабантуйҙың йөҙөк ҡашы -
Көрәш майҙаны, көрәш!
Йөрәктәй ҡыҫыла майҙан:
Ике батыр уртала.
"Аһ!" та итмәй тына халыҡ,
Әйтерһең, тынһыҙ ҡала.

Ике батырҙың көрәше
Китте сәғәттән артып.
Түгел уйын, юрау ҡыйын
Ҡайһының даны балҡыр?

Уларҙа бит оҫталыҡ, көс
Һәм үтә сабыр холоҡ.
Өҙөлмәҫме таҫтамалдар
Өйөрмә-дауыл булып.

"Аһ" итә, аҡылдан шашып,
Майҙан гөжләй, һыҙғыра.
Бүләккә тигән ҙур тәкә
Бер ситтә көйшәп тора.

Яҡташыбыҙ, шағир Мөхәмәт Закиров был шиғыр юлдарын тап Ҡариҙел һабантуйына бағышлағандыр, тигән уй килә. Ысынлап та, ниндәй һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!? Быйыл да батырҙарҙы көрәш майҙаны үҙенә йәлеп итте. Һимеҙ генә 3 тәкә көйшәп тора, улар кемгә эләгер, тип был спорт төрөн яратыусылар ҙа көрәш урынына ағылды. Дыуамалдар таҫтамалдарын тотоп, майҙан уртаһына сыҡты. Бәйге 3 ауырлыҡ категорияһы буйынса барҙы: 75, 90 килограмға ҡәҙәр һәм өсөнсөһө һабантуй ҡунаҡтары өсөн ҡаралғайны. Шулай итеп, 75 килограмға тиклем ауырлыҡта Яңы Бәрҙәш ауылы батыры Зөбәйеров Илнар беренселекте алды, беренсе тәкә лә уның киң яурынына менеп ҡунаҡланы. Икенсе турҙа иһә Хәлил ауылы көрәшсеһе Әхмәтғәлиев Алмаз еңеп сыҡты, ул да бүләккә тигән ҙур тәкәле булды. Ә бына өсөнсө тәкә һабантуй ҡунағы, Ауырғазы районы көрәшсеһе Ильясов Раушанға тәтене.

Гөлнара Солтанова.

Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?
Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?
Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?
Ниндәй Һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен!?
Читайте нас: