Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Июнь 2022, 19:55

Ауылдаштар ҡайтты байрамға!

Кәмәшиҙе ауылында үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифат Зарипов сығыш яһаны.  

Ауылдаштар ҡайтты байрамға!
Ауылдаштар ҡайтты байрамға!

Бөгөн ике генә йортта кеше  йәшәгән Кәмәшиҙелә йыл да киң ҡолас менән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙа. Уның ойоштороусылары булып ошо ауылда тыуып үҫкән ағалы-ҡустылы Рәфил, Рәфиҡ һәм Нәфиҡ Хәкимйәновтар тора. Быйыл да уларҙың һәм Динар Ғайсин, Зинфир Тәҡиуллиндың бағыусылығында һәм Солтанбәк ауыл Советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән байрам бик матур уҙа. Йыраҡ араларҙы яҡын итеп илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән ауылдаштар байрамға ҡайта.

Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов ҡайнар сәләмләй һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерә.

Йыр-моң һәм күңелле уйындар менән үрелеп барған байрам гөрләп уҙа.

Наилә Имаева.

 

 

Ауылдаштар ҡайтты байрамға!
Ауылдаштар ҡайтты байрамға!
Ауылдаштар ҡайтты байрамға!
Ауылдаштар ҡайтты байрамға!
Читайте нас: