Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Июнь 2022, 09:40

Һабантуй – хеҙмәт туйы

Ҡариҙелдә  халыҡ көтөп алған байрам – Һабантуй гөрләп уҙҙы.

Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы

Ул райондың 90 йыллығына бағышланып, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә үтте. Иртән иртүк халыҡ төп майҙанға ағылды, йола буйынса усаҡтар яғылып, ҡаҙандар аҫылды. Ойоштороу комитетының ентекле әҙерлеге арҡаһында һәр ерҙә тәртип хөкөм һөрҙө, байрамға килеүселәрҙең йөҙөнән шат йылмайыу һүнмәне.
Ҡариҙелдәр һабантуйҙың рәсми ҡунаҡтарын икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы. Район хакимиәте башлығы Шәйҙуллин Айҙар Әнғәм улы, яҡташыбыҙ, летчик, Рәсәй Геройы Алимов Владимир Ришадович, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Ғарифуллин Илдар Вил улы, Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғибәҙуллина Алиса Фәнүр ҡыҙы, Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Кашаев Марат Фәнил улы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Туразянова Светлана Владимировна, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, юморист-сатирик Сәлимов Марсель Шәйнур улы һәм башҡа ҡунаҡтар район уңғандары бешергән икмәктән, сәк-сәктән ауыҙ итеп, рәсми трибунаға күтәрелде.

Шул арала байрамдың төп хужалары – ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре парады башланды. Һабантуйҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Ильясов Рөстәм Марсель улы һәр хужалыҡтың ҡаҙаныштары тураһында дөйөм мәғлүмәт биреп барҙы. Парадта, беҙҙең райондың урмансылыҡ менән тығыҙ бәйле булыуын иҫпкә алып, урман сәнәғәте хужалыҡтарының да заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған иң яҡшы техникаһы  үтте. Артабан иһә майҙандың төрлө мөйөштәренән башҡорт, татар, мари, рус фольклор коллективтары килеп ҡушылып, матур театрлаштырылған хореографик композиция башланып китте.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, тамашаның режиссеры Мөнирова Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы был киң күләмле сараны “Юбилейың менән, Ҡариҙелем!” тип атаған. Уның барышында районда күп милләтле халыҡтарҙың берҙәмлектә һәм татыулыҡта йәшәүҙәре, уларҙың милли мәҙәниәте һыҙаттары күренде. Иң аҙаҡта бейеүселәрҙең “Ҡариҙелгә – 90 йыл!” яҙыуы менән балҡып сығыуы халыҡтың көслө алҡыштарына күмелде. Уларҙың сығышын йәш спортсыларҙың “Беҙ мөғжизәгә ышанабыҙ” исемле спорт флешмобы алыштырҙы. Дәүләт Гимндары яңғырағандан һуң “Һабантуй-2022” флагы күтәрелде. Быйыл эштәрендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән “Нур+Р” ойошмаһы етәксеһе Фәнзир Әлтдиновҡа һәм “Зуевское” хужалығының генераль директоры урынбаҫары Татьяна Денисоваға һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы бирелде.
Һабантуйҙа элек-электән халыҡ уйындары, бәйгеләре, спорт ярыштары ойошторола. Шуға ла лайыҡлы спортсыларыбыҙҙың факел ҡабыҙыуы ла күптән инде байрамыбыҙҙың күркәм йолаларының береһенә әүерелгән. Быйыл иһә районыбыҙ йәштәше, спорт ветераны Калитов Василий Калитович, гер күтәреү спорты буйынса легендар, күп тапҡыр донъя, Рәсәй, Азия һәм Европа чемпионаттары рекордсмены Минибаев Альберт Миңлеғәлим улы, Ҡариҙел ауылының 2-се урта мәктәбе спортсыһы Алмаз Фәхрисламов, Хәлил мәктәбе көрәшсеһе Әнүәр Әхмәтғәлиев һабантуй факелын ҡабыҙҙы.
Сәхнәгә бер-бер артлы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, ялан батырҙары күтәрелде. Улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмабыҙҙа булыр.

Гөлнара Солтанова.

Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Һабантуй – хеҙмәт туйы
Читайте нас: