Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Июнь 2022, 09:33

Баш ҡалабыҙ тыуған көнөн билдәләне!

Байрам яңы асылған «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында үтте.

Яңы асылған паркта Ҡала көнө гөрләп уҙҙы. Өфө халҡына «Два шага до...» тамашаһы тәҡдим ителде. Сараға килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. 

«Хәйерле кис, Өфө халҡы! Хәйерле кис, Башҡортостан! Рәсәй көнө һәм Өфө көнө менән барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым. Беҙ күптән йыйылғаныбыҙ, ошондай байрамдар үткәргәнебеҙ юҡ. Беҙ иңгә-иң терәп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, бик ҡатмарлы ике йылды үттек. Сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Тағы ике йылдан баш ҡалабыҙға 450 йыл туласаҡ. Өфөнө көндән-көн матурыраҡ һәм уңайлыраҡ итеү өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә вәғәҙә бирәм. Байрам менән», - тине республика етәксеһе. 

Бөгөн көндөҙ «Ҡашҡаҙан»да йәштәр бейеү форумы башланды. Унда ҡаланың ижади коллективтары ҡатнашты, йәштәр футбол, волейбол, стритболда ярышты, рэп, бейеү бәйгеһендә үҙен һынаны.

Парктағы төҫлө һәм музыкаль фонтанды асыу сараның иң сағыу мәленә әүерелде. Шулай уҡ ҡала халҡын билдәле «На-на» һәм «Дабро» төркөмдәре ҡыуандырҙы. Өфө көнө байрам салюты менән тамамланды. 

Автор: Инсаф Хужабиргәнов

Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: