Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Июнь 2022, 11:05

Асҡында Һабантуй гөрләй!

Бөгөн Асҡын ауылында халыҡ көтөп алған Һабантуй байрамы гөрләп уҙа.  

Асҡында Һабантуй гөрләй!
Асҡында Һабантуй гөрләй!


Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов,  БР Ауыл хужалығы министрлығының ауыл территорияларын үҫтереү бүлеге начальнигы Илшат Әхмәтов, күрше райондарҙың  хакимиәт  башлыҡтары, “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов, “Силәбе компрессор заводы” ЯСЙ ауыл хужалығы машиналары департаменты  етәксеһе Илдар Рәхимов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов,  Асҡын районы хакимиәтенең  2000-2007 йылдарҙағы башлығы Зәки Насыров,  2007-2019 йылдарҙағы башлығы Фларит Усманов һәм башҡалар килде. 
Ҡунаҡтарҙы асҡындар йола буйынса сәк-сәк, ҡымыҙ, икмәк-тоҙ менән, йырлап-бейеп ҡаршы алды.
Наилә Имаева.

Читайте нас: