Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь 2022, 12:30

Шау-гөр килде майҙан!

Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам саралары  шау-гөр килеп уҙып бара.

Шау-гөр килде майҙан!
Шау-гөр килде майҙан!

 Бөгөн, 1 июнь  — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда  сағыу байрам уҙҙы.  Сара башланғансы майҙанда төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолғайны: кемдер һүрәт төшөрҙө, кемдер  балалар өсөн  мауыҡтырғыс китаптар  менән танышты, төрлө уйындарҙа ҡатнашты, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған фотозонала ла сират тороп ата-әсәләр балалары менән фотоға төштө.  Ҡыҫҡаһы, иртә менән бирелә балалар гөж килде.

Сараға килеүселәрҙе  байрам менән район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Республика һәм район конкурстарында еңеү яуласы һәләтле балаларҙы ҡотлау иң тулҡынландырғыс минуттар булды.  Төрлө дәрәжәләге конкурстарҙа ҙур уңыштарға ирешкән малай һәм ҡыҙҙар ғорурлыҡ менән Почет грамоталары, Дипломдар һәм бүләктәр алып ҡыуанды.

Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән байрам программаһы бик бай һәм күңелле булды. Йыр-бейеүҙәр майыҡтырғыс  уйындар менән үрелеп барҙы, кескәйҙәр  ҙур теләк менән  төрлө  конкурстарҙа ҡатнашып, бүләк отто.

Балалары менән байрамға килгән атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә күңелле ял итеп, сабыйҙары өсөн ҡыуанып, илебеҙҙең тыныс, балаларҙың бәхетле, һау-сәләмәт булып үҫеүен теләп, байрамды ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Әйткәндәй, Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам саралары бөгөн көн оҙоно барасаҡ.

Наилә Имаева.

 

Шау-гөр килде майҙан!
Шау-гөр килде майҙан!
Шау-гөр килде майҙан!
Шау-гөр килде майҙан!
Шау-гөр килде майҙан!
Шау-гөр килде майҙан!
Читайте нас: