Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь 2022, 14:05

Мөғжизәле коляскалар парады

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан   уҙғарылған байрамда  ойошторолған “Коляскалар парады” – сағыу күренешкә әүерелде.  

Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады

 

Быйыл конкурста биш  ғаилә ҡатнашты. Гүзәл Хәмитова ҡыҙы Раяна өсөн коляскаһын “Башҡорт балы” тип атап, матур итеп биҙәгән.  Бындай байрамда дүртенсе тапҡыр ҡатнашыусы Гөлмирә Рәжәпова улы Тимур менән Йәсминә ҡыҙын   “Аҡ тирмә” итеп биҙәгән  коляскала  алып килде. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арнап,  бына шундай ижади  һәм үҙенсәлекле коляска килеп сыҡҡан   Гөлмирәнең. Индира Әсләмова  10 айлыҡ ҡыҙы ултырған колясканы   “Кәстрүлдәге билмән” тип атап,туҡыманан билмәндәр тегеп, картондан кәстрүл яһап,  сағыу итеп биҙәгән.  Винера Латыпова   иһә бер йәш тә дүрт айлыҡ ҡыҙы өсөн колясканы  ап-аҡ  аҡҡошҡа  әүерелдергән.  Ә ижади ҡарашлы әсә Роза Кәримова 10 айлыҡ  Айлин ҡыҙын “Алтын балыҡ”ҡа ултыртып алып килгән!

Жюри ағзалары был коляскаларҙы ҡарап сығып, еңеүселәрҙе түбәндәгесә билдәләне:

 1-се урынға — Роза Кәримова, 2-се урынға — Гөлмирә Рәжәпова, 3-сө урынға Винера Латыпова лайыҡ булды.

Наилә Имаева.

  

Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Мөғжизәле коляскалар парады
Читайте нас: