Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь 2022, 15:05

Бәхетле бала саҡ илендә

 Балтас район Мәҙәниәт һарайы  майҙанында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ҙур сара ойошторолдо.

Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә

 

 Сара күңелле һәм мауыҡтырғыс үтте.  Балаларҙы матур байрамдары менән район хакимиәте башлығы  Илгиз Әхүәс улы Субушев һәм мәғариф бүлеге начальнигы Фәнис Әхнәф улы Шәймөхәмәтов ҡотлап,  изге теләктәрен еткерҙе.  Байрам сиктәрендә теләге булған һәр кем  төрлө конкурстарҙа,  спорт ярыштарында ҡатнаша алды. Сараны район Мәҙәниәт һарайында,  сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән балаларҙың һәм башланғыс мәктәп уҡыусыларының сығыштары биҙәне.

Ҡәҙерле  һәм һөйөклө балалар ! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотлайбыҙ.  Һәр көнөгөҙ бәхетле булһын!

Гөлназ Ғәлләмова.

Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Читайте нас: