Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Май 2022, 10:55

Елдәй елеп уҙҙылар

 Абыҙ ауылында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау  көнөнә арналған күркәм сара  үтте.

Елдәй елеп  уҙҙылар
Елдәй елеп уҙҙылар

Матур байрамға әйләнгән бәйгегә йәш уҙармандар иртән-иртүк ата-әсәләре менән бергә ауыл клубы янына килеп тә етте. Уларҙың һаны былтырғыға ҡарағанда күп ине. Бында уларҙы ойоштороусылар сәләмләне, байрам менән тәрбрикләне, сериал геройҙары Маша менән Айыу ҙа  дәртләндереп торҙо. “Старт!” командаһы яңғырау менән велосипедсылар уҡтай алға ынтылды, билдәле маршрут буйынса елдәй уҙҙы. Бәйгенең исеме лә “Ветер в колесах” исеме аҫтында үтте. Ярыш ҡыҙған ваҡытта кескәйҙәр өсөн флешмобтар үткәрелде, ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар ойошторолдо. Бәйгеселәр өсөн генә түгел, тамаша ҡылырға килеүселәргә тәмлекәстәрҙән торған мул һыйлы-ниғмәтле өҫтәл әҙерләнгәйне. Шуға ла ауыл клубы методисы Фәүзиә Әҙиәтуллина спонсорҙар Р.Ғәлимәйновҡа, В.Шамидановҡа, С.Багдасарянға, район Советы депутаты С. Ғайсинға оло рәхмәттәрен еткерҙе. Ауыл старостаһы Руфат Ғәйнуллин, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы, ауыл активистары, Ҡариҙел ауылының “Өмөт” үҫмерҙәр клубы волонтерҙары һәм белгестәре лә велоуҙышты уҙғарыуҙа күп көс һалды. Аҙаҡта бәйгенең еңеүселәре төрлө номинацияларҙа дипломдар менән бүләкләнде. Был көн күккә төрлө-төрлө шарҙар осороу менән Абыҙ ауылының йәш спортсылары күңелендә һаҡланып ҡалды.

Гөлнара Солтанова.

Елдәй елеп  уҙҙылар
Елдәй елеп  уҙҙылар
Елдәй елеп  уҙҙылар
Елдәй елеп уҙҙылар
Читайте нас: