Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
28 Май 2022, 12:30

Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан

Ошо уңайҙан Подлуб ауылында  стела асылды.

Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынанСик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан
Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан


Бөгөн пограничниктар көнө. Ошо уңайҙан Подлуб ауылында бик күркәм сара – ил сиге һаҡсыларына стела асылды. Был сара заманында Тыуған илебеҙҙең төрлө нөктәләрендә хеҙмәт иткән һәм әлеге ваҡытта хеҙмәтта һаналған пограничниктарға бағышланды.
Бөтә ваҡыттарҙа ла ил сиге һаҡсылары ғәскәрҙәре дәүләтебеҙҙең ныҡлығын күрһәтте. 1918 йылдың 28 майында РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы директиваһы тарафынан булдырылған сик буйы ғәскәрҙәре быйыл 104 йыллығын билдәләй. Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала. Шуға ла 28 май пограничниктар өсөн дәүләт байрамы һанала.

Ҡариҙел районында ла төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт иткән ил сиге һаҡсыларының берлеге әүҙем эшләп килә. Улар тарафынан район үҙәгендә бындай стела асылғайны ла инде. Һәм улар берҙәм булып Подлуб ауылы пограничниктарының шатлыҡтарын уртаҡлашырға тантанаға килеп тә етте. Улар менән бер рәттән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров килде, уларҙы Подлуб ауыл хакимиәте башлығы Игорь Николаевич Ипулаев ауылдаштары менән сәләмләне. Ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуар Фәрит Тимуршин яҡташтарына стела булдырыуҙа матди ярҙам күрһәтте. Фәрит Әсләм улы “Атайсал” проектының еңеүсеһе тип танылды, был хаҡта Рәмил Карам улы уға диплом тапшырҙы. Фәрит Тимуршин мемориалды асыу мәлендә ғорурлыҡ менән пограничниктарҙың флагын күтәрҙе. Уның туғаны, ауыл Советы депутаты, фермер Рәүф Тимуршин уны матур итеп ҡоршаны, тирә-яғын төҙөкләндерҙе. Әйтергә кәрәк, был иҫтәлекле урын Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусы яугирҙарға арналған һәйкәл янында урынлашты. Тимәк, ул киләсәк быуынға илһөйәрлек тойғоларын үҫтереүҙә мөһим роль үтәйәсәк, һәм бында Батырлыҡ дәрестәре әленән әле ойошторолоп торор, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Сараны Район мәҙәниәт һарайының автоклубы хеҙмәткәрҙәре музыкаль яҡтан биҙәне. Ил сигендә хеҙмәт итеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ, еңел булмаған хеҙмәттәре, профессионализмдары, бурыстарына тоғролоҡтары, присягаларына тап төшөрмәүҙәре, именлегебеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Гөлнара Солтанова.

Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан
Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан
Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан
Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан
Сик буйы ғәскәрҙәре көнө уңайынан
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас