

Яңауыл ҡалаһында үткән Фәтих Ихсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсында Ҡариҙел районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Ҡариҙел ауылы күп функциялы ауыл клубында шөғөлләнеп килгән “Сихри моң” гармунсылар ансамбле үҙҙәренең конкурс программаһы менән уңышлы сығыш яһаны. Ансамблдең етәксеһе Хаматов Финғәт Мәғәфур улы халҡыбыҙҙың милли көйҙәрен әҙерләгәйнек, тип белдерҙе. Жюри ағзалары беҙҙең гармунсыларға -сө дәрәжә лауреат дипломын тапшырҙы. Сихри моң таратыусы уҙамандарыбыҙ Мөғәниф Әбрәров, Фәнзәл Ҡотдосов, Финғәт Хаматов, Таһир Мөниров һәм Әлфис Сәхәбетдиновтарҙы лайыҡлы уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади ҡомар теләйбеҙ!
Гөлнара Солтанова.