

Быйыл пионерия хәрәкәтенә - 100 йыл.
Тантаналы өлөшөн башлап залға пионер хәрәкәте символы тип һаналған барабан тауышы аҫтында Рәсәй дәүләт флагы менән бергә Пионер ойошмаһының тарихи байрағы керетелде.
Сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Лиә Әүхәт ҡыҙы һәм Рөстәм Фларид улы Хафизовтар, пионерия хәрәкәте ветерандары ҡатнашты. Тантаналы рәүештә 50 уҡыусы пионерға алынды. Килгән ҡунаҡтар буласаҡ пионерҙар муйынына ҡыҙыл галстук бәйләп, уҡыусылар тантаналы вәғәҙә биргәндән һуң, барыһы ла бергә Пионер гимнын башҡарҙы.
Гөлназ Ғәлләмова.