

Иштирәк ауылы мәҙәниәт йортонда йәшт быуын вәкилдәре өсөн Пушкин картаһы буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзиә Шәйхетдинова квест-уйын ойошторҙо. Уйын башланыр алдынан ҡатнашыусылар уйын ҡағиҙәләре менән танышты. Йәштәр ике командаға бүленеп, капитанды һайланы, командаға исем бирелде, ҡурҡмаҫҡа, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, иптәштәренә ярҙам итергә, табылған эштәрҙе бергәләп сисергә ант итте. Һәр командаға «Пролетар», «Әҙәбиәт», «Географик», «Шифрлаусылар», «Лабиринт», «Фрагменттар», «Йыһан минаһы», «Интеллектуаль», «Музыкаль» кеүек 12 станциянан торған маршрут ҡағыҙы һалынған конверт таратылды. Эштәрҙе үтеү тәртибе маршрут ҡағыҙында йүнәлеше бирелгән ине.
Командалар маршрут бите буйынса хәрәкәт иткәндә эштәрҙе башҡарған, ә эштәрҙе йөкмәткеле конверттар төрлө урындарға йәшереп ҡуйылған булған. Станциялағы һәр эш йондоҙҙар менән баһаланып барҙы. Йондоҙҙар һаны еңеүгә үҙ командаһын алып килде. Был мауыҡтырғыс мажарала зирәклек, логик фекерләү, эрудиция, шулай уҡ иптәштәр менән эш итә белеү талап ителде. Уйын аҙағында бөтә ҡатнашыусыларға ла татлы бүләктәр тапшырылды.
Гөлназ Ғәлләмова.