Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
23 Февраль 2022, 07:15

Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы Асҡын ауылында тантаналы митинг үтте.

Ватанды һаҡлау – изге бурысВатанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс

Сарала район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, район Советы рәйесе Руслан Рәмил улы Ғәлләмов, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәни улы Ғәлин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Асҡын районы буйынса бүлеге начальнигы Ирек Ғилмулла улы Ғизәтов һәм башҡа етәкселәр, уҡыусылар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм райондаштар ҡатнашты.

Ватанды һаҡлауслар көнөндә беҙ тыныс күк аҫтында йәшәү бәхете өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына рәхмәтлебеҙ. Беҙ хәрби-интернационалистарҙың, хәрби хәрәкәттәрҙә, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙәге махсус операцияларҙа ҡатнашҡандарҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Бөгөн Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәүселәргә ҙур хөрмәтебеҙ. Беҙҙә тотош хәрби династиялар бар. Йәш армиясылар, кадеттар, курсанттар йолаларҙы лайыҡлы дауам итә, уларға ҙур ышаныс бағлайбыҙ. Райноыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә был көндәрҙә илһөйәрлек менән һуғарылған батырлыҡ дәрестәре үтте”, - тине тәбрикләү сығышында Динис Рәдис улы һәм иң изге теләктәрен еткерҙе.

Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын, егеттәрҙең ҙур теләк һәм намыҫ менән Ватан алдындағы изге бурысын үтәүен теләне.

Һәр ваҡыттағыса Рөстәм Тимерғәли улы Әбдрәхимов етәкселегендә “Йәш армиясы”лар сараға тантаналылыҡ, илһөйәрлек рухы өҫтәне. Әйткәндәй, иң әүҙем “йәш армия”сылар - Илья Мокроусов, Денис Смольников, Нурия Имаева, Алһыу Миңңлеғәлиева район хакимиәте башлығы ҡулынан Почет грамоталары алды.

Тыуған ил өсөн башын һалған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң,  Еңеү стелаһына һәм Туғандар ҡәберенә сәскәләр һалынды.

Әйе, Асҡын ир-егеттәре ил тарихындағы бер мөһим саранан да ситтә ҡалмаған. Халыҡ тыныслығына ҡурҡыныс янағанда улар һәр саҡ һаҡҡа баҫҡан. Тылда иһә үҙ ғаиләләрен ел-ямғырҙан һаҡлар ҡалҡан - ышаныслы тормош иптәше, яратҡан атай, ҡартатай, ағай...

Хөрмәтле ир-егеттәр, һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән илдең терәге – ир-егет, ғаилә терәге - атай кеше тип һанаған һәм уларға оло ихтирам, хөрмәт менән ҡараған. Шуға күрә лә ир-егеткә - ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс бирелгән. Ошо бурысты лайыҡлы атҡарыусы барлыҡ ир-егеттәр, Һеҙгә, эшегеҙҙә һәм уҡыуығыҙҙа ҙур уңышлыҡтар, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ил тыныслығы теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

 

Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Ватанды һаҡлау – изге бурыс
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас