Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Ғинуар 2022, 16:10

Бөгөн күренекле ғалим, шағир Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85 йәш!

Аҡһаҡалды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Бөгөн күренекле ғалим, шағир Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85 йәш!
Бөгөн күренекле ғалим, шағир Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85 йәш!

«Бөгөн хөрмәле аҡһаҡал, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы, профессор, Өфөнөң почетлы гражданы Рәшит Закир улы Шәкүров тураһында һөйләргә теләйем. 

Рәшит Закир улын башҡорт халҡының рухи бағанаһы тип атайҙар. Публицистик мәҡәлә йә шиғыр булһынмы, проза йә монография булһынмы, ул барыһын да ысын йөрәктән яҙа. Әҫәрҙәре тыуған ергә һәм туған телгә эскерһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған.

Әйткәндәй, «Башҡортостан» энциклопедияһын булдырыу – Рәшит Закир улының идеяһы, тап ул күп томлы «Башҡорт энциклопедияһы»ның концепцияһын төҙөгән, башҡортсаһын да баҫтырған. Рәшит Закир улы – бик күп әҙәби һәм фәнни әҫәр авторы. Күптәр белмәй ҙә, Рәшит Закир – тәүге һөнәре буйынса нефтяник. Ул Октябрьский нефть техникумынан һуң нефть промыслаларында эшләргә өлгөргән. Геологияға уны географияға, тарихҡа һәм туған телгә ҡарата һөйөү алып килгән. Рәшит Шәкүров – Көньяҡ Уралдың һәр ер-һыу атамаһын аңлата алған кеше.

Ғаилә, тыл. Был бик мөһим. Хәләл ефете Марина Нәби ҡыҙы менән улар ярты быуаттан ашыу бергә. Уларҙың ҡыҙҙары атаһының юлынан атлай: Шәүрә Рәсәй Фәндәр академияһының Донъя әҙәбиәте институтында «Урал батыр» эпосының текстологияһы буйынса диссертация яҡлаған. Шәүрә Рәшит ҡыҙы республикабыҙҙа драматург һәм прозаик булараҡ билдәле. Гөлдәр Рәшит ҡыҙы – доцент, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының политология, социология һәм философия кафедраһы мөдире.

Ә Рәшит Закир улының тормошонда яңы этап, ул буш ваҡытын ейән-ейәнсәрҙәре менән уҙғара, уларға «Урал батыр»ҙы һәм Урал тауҙары тураһында легендалар һөйләй.

Бөгөн Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85!

Хөрмәтле Рәшит Закир улы, ихлас күңелдән ҡотлайым! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем һәм Башҡортостан мәнфәғәтенә эшләгән эштәрегеҙ өсөн оло рәхмәтлемен. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек һеҙгә!», – тип яҙған социаль селтәрҙә республика етәксеһе.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Бөгөн күренекле ғалим, шағир Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85 йәш!
Бөгөн күренекле ғалим, шағир Рәшит Закир улы Шәкүровҡа 85 йәш!
Автор:
Читайте нас: