Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Ғинуар 2022, 10:20

Балтас районында – Шорыкйол байрамы

Мари халҡының да үҙ Раштыуа байрамы бар. Ул – Шорыкйол тип атала. Балтас районы Мағашлы-Алмантай ауылы халҡы ла ошондай байрам ойошторҙо.

Балтас районында – Шорыкйол байрамы
Балтас районында – Шорыкйол байрамы

Балтас районы Мағашлы-Алмантай ауылында «Шорыкйол» байрамы уҙҙы. Был мари теленән тәржемә иткәндә «һарыҡ аяғы» тигәнде аңлата. Уны православие динен тотоусыларҙың Раштыуа байрамы менән йыш сағыштыралар, әммә традицион мәжүси байрамдың үҙенсәлектәре лә бар. Мариҙар Шорыкйолды ҡышҡы ҡояш торошо осоронда билдәләй. Халыҡта ул Яңы йылдың башын символлаштыра тип һанала. Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Айыҡ ауыл" республика бәгеһе сиктәрендә ойошторолдо. Байрамда шулай уҡ Түбән Иванай һәм Мишкә ауыл клубы коллективтары ла әүҙем ҡатнашты.

Байрамды асып, район хакимиәте башлығы Ильгиз Әхүәс улы Субушев сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, киләсәктә лә ошо башланғыстар туҡланып ҡалмаһын ине тине. Сарала "Шорыкйол" театрлаштырылған тамаша күрһәтелде, мари уйындары, костюмдар конкурсы, йырҙар һәм бейеүҙәр булды. Байрам бик күңелле үтте.

 

Гөлназ Ғәлләмова.

Балтас районында – Шорыкйол байрамы
Балтас районында – Шорыкйол байрамы
Балтас районында – Шорыкйол байрамы
Читайте нас: