Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Ғинуар 2022, 20:25

Раштыуа байрамы менән!

"Раштыуа, Ҡорбан байрам, Песах – республикала уларҙың барыһын да бергәләп ҡаршылайбыҙ. Был, һис шикһеҙ, дөрөҫ".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә республикала йәшәүсе православныйҙарҙы Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

"Бөгөн - Сочельник һәм бер нисә сәғәттән православный туғандарыбыҙ иң ҙур байрамдарының береһен – Раштыуаны ҡаршы аласаҡ. Барыһын да ошо уңайҙан ҡотлайым!

Ғөмүмән, республикала күптән ошо принцип менән йәшәйбеҙ: беҙҙең өсөн Раштыуа, Ҡорбан байрам, Песах – бергә ҡаршылай торған көндәр, сөнки дуҫ йәшәйбеҙ. Был, һис шикһеҙ, дөрөҫ һәм уны һаҡлаясаҡбыҙ.

Барығыҙға ла изгелек, именлек, ғаилә бәхете теләйем. Һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ!" - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото: sib.fm

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-01-06/rashtyua-bayramy-men-n-2645767?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: