Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2021, 08:20

Гүзәл дә ул, эшһөйәр ҙә

Минең әсәйем гөл кеүек наҙлы, шуға исеме лә Гөлназ уның.  

Гүзәл дә ул, эшһөйәр ҙә
Гүзәл дә ул, эшһөйәр ҙә

Минең әсәйем Гөлназ һоҡланғыс тәбиғәтле Борай ауылында йәмле май айында тыуған. Әсәһе уҡытыусы булған, ә атаһы  ғүмер буйы колхозда эшләгән. Әсәйемдән бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, ата-әсәһенә һәр саҡ ярҙам итеп үҫкән. Ул бик уңған, ярҙамсыл, эшһөйәр, асыҡ күңелле гүзәл зат.

Гөлназ исеме, фарсы теленән тәржемә иткәндә, гөл кеүек наҙлы тигәнде аңлата. Исеме есеменә тап килә тигәндәй, әсәйем  күңел матурлығын һәм байлығын  тирә-яҡтағыларға ихлас өләшә.  Үҙе сибәр, зифа буйлы,  асыҡ йөҙлө, изге күңелле.

Минең мәктәптән ҡайтыуымды әсәйем тәмле ризыҡтар бешереп көтөп тора.  Бергәләп ашап алғас, йорт эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Мин уға ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.

 Әсәйемдең тыуған көнөнә үҙ ҡулдарым менән  бүләктәр яһайым. Ул көндө мин генә түгел, һеңлем Аида һәм Руслан ағайым да әсәйемде ҡотлай. Беҙ ҡәҙерле кешебеҙҙе бик яратабыҙ һәм уны байрам менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер һәм уңыштар теләйбеҙ.

 Рада Ғәйнуллина, Борай Балалар ижад йортоноң “Йәш хәбәрселәр” берекмәһе ағзаһы, 5-се класс уҡыусыһы.

Читайте нас: