Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2021, 08:15

Алтын ҡуллы әсәйем

Һөйөклө әсәйемдең исеме  — Әлфиә. Ул шул тиклем уңған, тырыш һәм сибәр.  

Алтын ҡуллы әсәйем
Алтын ҡуллы әсәйем

Әлфиә ғәрәпсәнән  тәржемә иткәндә  мең юллыҡ поэма тигәнде аңлата. Ул минең өсөн иң ҡәҙерле, иң ғәзиз, иң яҡын кеше.  Үҙе бик уңған, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, бөтәһен дә еренә еткереп эшләй. Ул бешергән ризыҡтар иҫ киткес тәмле була.  

Бер ваҡыт әсәйем заказ буйынса туйға  ҙууур торт та бешергәйне. Ул шул тиклем матур килеп сыҡҡайны.  Мин ундай тортты башҡаса күргәнем булманы.

Әсәйем ҡул эштәренә лә бик оҫта. Йәйгеһен баҡсала төрлө емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтерә һәм ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ  ҡайнатмалар һәм тоҙланмалар эшләй.

Үҙем үҫкәс әсәйем кеүек уңған, бар эшкә лә оҫта хужабикә булғым килә.

Әсәйемде бик ныҡ яратам һәм уны Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлап, уның гел шулай йәш, сибәр,  һау-сәләмәт булып, беҙҙе гел  ҡыуандырып тороуын теләйем.

Элина Әжмөхәмәтова,

Борай районының “Йәш хәбәрселәр” берекмәһе ағзаһы, 3-сө класс уҡыусыһы.

 

Читайте нас: