Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Ноябрь 2021, 09:00

Әсәйҙәрҙе ҡотланылар

Иҫке Балтас ауылы  "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһында Әсә  көнөнә арналған матур сара үтте.  

Әсәйҙәрҙе ҡотланылар
Әсәйҙәрҙе ҡотланылар

 Байрам музыка етәксеһе Рима Фәйзелғаян ҡыҙы Шакирова, тәрбиәсе Мәүлиә Малик ҡыҙы Әхкәмова етәкселегендә мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары менән үткәрелде.

 Сарала әсәйҙәр  тураһында шиғыр, бейеүҙәр, йырҙар ағылып ҡына торҙо.

Балалар байрамдан дәрт  алып, көр күңел менән таралышты.

Бөгөн әсәйҙәр байрамы

Бөгөн ерҙә тантана

Ҡояш шуға көлә бөгөн,

Гөлдәр шуға шатлана

Әсәйҙәрҙең байрамына

Ҡыуана улар шулай

Әсәйҙәрҙе ҡотлай бөгөн

Ерҙә бөтә балалар.

Гөлназ Ғәлләмова.

Әсәйҙәрҙе ҡотланылар
Әсәйҙәрҙе ҡотланылар
Әсәйҙәрҙе ҡотланылар
Әсәйҙәрҙе ҡотланылар
Әсәйҙәрҙе ҡотланылар
Читайте нас: