Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Ноябрь 2021, 20:35

Әсәйҙәр - тормош йәме

Балтас район Мәҙәниәт һарайында Әсәйҙәр көнө уңайынан тантаналы сара үтте. Изге байрамды ошо бөйөк тә, яуаплы ла исемде йөрөтөүсе гүзәл заттар йәмләне.

Әсәйҙәр  - тормош йәме
Әсәйҙәр - тормош йәме

Муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтың сығышында ла әсәйҙәргә ҡарата  йылы һүҙҙәр әйтелде.

Район хакимиәте башлығының өлгөлө әсәйҙәргә Рәхмәт хаттарын тапшырыуы тантананың иң күркәм һәм тулҡынландырғыс өлөшө булды. Сәхнәгә күтәрелеүсе әсәйҙәр араһында күп балалылар, тәрбиәгә сабый алыусылар, һаулыҡ мөмкинлеге сикле бала үҫтереүселәр, хеҙмәттә ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған гүзәл заттар бар ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы иң элек оло йөрәкле, изге күңелле булыуҙары, әсә исемен лайыҡлы йөрөтөүҙәре менән матур һәм бөйөк.

Тәбрикләнеүселәр араһында биш балаға ғүмер бүләк иткән һәм ҡараусыһыҙ ҡалған һигеҙ баланы ҡосағына һыйҙырған Гөлнара Шәймөхәмәтова "Әсә даны" миҙалы менән бүләкләнде.
Концертта әсәйҙәрҙе данлаған йырҙар яңғырауы, дәртле бейеүҙәр башҡарылыуы ла тантанаға килеүселәргә матур байрам бүләге булды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Әсәйҙәр  - тормош йәме
Әсәйҙәр  - тормош йәме
Әсәйҙәр  - тормош йәме
Әсәйҙәр  - тормош йәме
Әсәйҙәр  - тормош йәме
Әсәйҙәр - тормош йәме
Читайте нас: