Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Октябрь 2021, 14:50

Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов Асҡын Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы һәм “Уралуниверсалстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләне.  

Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын

Юл төҙөү һәм ремонтлау ойошмалары тарафынан районыбыҙҙа хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар һалыу буйынса күп эшләнелә. Алда – был юҫыҡта пландар һәм башҡараһы эштәр күп. Был өлкәләге хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы, фиҙаҡәр хеҙмәте һәм үҙ эшенә яуаплылығы ярҙамында барыһы ла тормошҡа ашырына ышанам”, - тине тәбрикләү телмәрендә Динис Рәдис улы.

Асҡын Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы Рафаил Әхмәҙиев башҡарылған эштәргә байҡау яһап, алда торған ҡышҡы осорҙа юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға әҙерләнеүҙәрен белдерҙе.

Артабан бер төркөм хеҙмәт алынғыларына лайыҡлы наградалар тапшырылды.

Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең концерт номерҙары байрам бүләге булды.

Наилә Имаева.

 

Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын
Юлдарыбыҙ сифатлы һәм хәүефһеҙ булһын
Читайте нас: