Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Июль 2021, 09:25

Күршеләр байрам итте

Байҡы-Юныс ауылында “Һаумыһығыҙ, күршеләр!” тип исемләнгән ауыл байрамы уҙҙы.

Был көндө бик күп яҡташтар Байҡы йылғаһы буйына йыйылды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп ситтән ҡайтыусылар ҙа байтаҡ ине. Байрамдың тантаналы өлөшөн ауыл хакимиәте башлығы Фәрит Ибраһимов асып ебәрҙе. Фәрит Рафағил улы ауыл тарихы тураһында һөйләне, уңған, тырыш, хөрмәтле, талантлы шәхестәрен иҫкә алды, ошо күркәм сараға йыйылған халыкты ҡайнар сәләмләне, матур теләктәрен еткерҙе.
Артабан ҡайтҡан ҡунактар һәм урындағы үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән йыр-моңға бай концерт башланды. Өс бер туған Ҡыямовтар, апалы-һеңлеле Нәфисә һәм Әлфисә Мөсәүәт ҡыҙҙары үҙҙәре баянда уйнап, дәртле йырҙар бүләк итте. Ҡайтҡан ҡунаҡтарҙан Роза Штоль йыйылыусыларға үҙенең йылы теләктәрен йыр-моң аша еткерҙе, ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен белдерҙе. Шулай уҡ Ҡазандан ҡайтып, байрамды ойоштороуҙа күп көс һалған Венера Фәрит ҡыҙы һәм уның йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙы башҡарыуында йырҙары халыҡ куңелен яуланы. Ошо урамда тыуып-үҫкән шағирә, Ҡариҙел һандуғасы Гөлсөм Нәбиуллина үҙенең күршеләргә, тыуған ауылына бағышлап яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм ауылдаштарына үҙе яҙған йырын бүләк итте.
Сәхнә бер минутҡа ла тынманы, йыр-бейеүҙе, күңелле уйындар алмаштырып барҙы. Бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы, уйындарҙа барыһы ла ихлас ҡатнашты. Ауылдаштар оҫталыҡтары менән һоҡландырҙы.
Урам байрамы бик күнелле уҙҙы. Ҡунаҡсыл хужабикәләр мул табын әҙерләгәйне, өҫтәлдәр тәмле ризыҡтарҙан һығылып торҙо.

Люция Карамова.
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: