Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Июль 2021, 10:45

Хөрмәт итәләр, рәхмәт әйтәләр

Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай почта бүлексәһе начальнигы Зилара Йәнтүрәева үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кеше. Ул 28 йыл ошо вазифаны ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

Зилара Ғлимхан ҡыҙы 1993 йылда эшкә урынлашып, тәүге көндәрҙән үк үҙен тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп таныта. Уның эш урынында һәр саҡ бөхтәлек, тәртип.
Халыҡ менән эшләү бер ҡасан да еңел булғаны юҡ. Һәр кемдең үҙ холҡо, шуға күрә түҙемлек, иғтибарлылыҡ, мөрәжәғәт итеүселәрҙе аңларға һәм ярҙам итергә тырышырға кәрәк. Зилара Ғлимхан ҡыҙы ана шундай яғымлы, иғтибарлы, кешеләрҙең нимә менән ҡыҙыҡһыныуын, ниндәй гәзит-журналдар уҡыуын яҡшы белгән хеҙмәткәр. Тәжрибәле белгес почта бүлексәһенә килеүселәрҙе сиратта оҙаҡ көттөрөп тормай, тиҙ арала хеҙмәтләндерә. Бына инде дүрт йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул эшен бөгөн дә дауам итә.
“Ул беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала, барыһына ла өлгөрә, сабыр ғына аңлата. Бик рәхмәтлебеҙ Зилара Ғлимхан ҡыҙына һәм беҙ почтанан башҡа йәшәй алмайбыҙ”, — ти ауылдаштары.
Зилара Йәнтүрәеваның фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Ул бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хеҙмәт ветераны “Рәсәй почтаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лә лайыҡ булған.
— Мин үҙемде бәхетле һанайым, сөнки яратҡан эшем, һөйөклө ирем һәм балаларым бар. Буш ваҡытымды ғаиләмә бүлергә тырышам, уларҙы тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырам. Эшемдән, яҡын кешеләремдән, дуҫтарымдан, гәзит уҡыусыларымдан йәм табып йәшәйем. Форсаттан файҙаланып, бөтә хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, — тип изге теләктәрен дә еткерҙе Зилара Ғлимхан ҡыҙы.
Люция КАРАМОВА.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: