Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Июнь 2021, 15:50

Ҡариҙелдә һабантуй гөрләне

Һабантуй – халҡыбыҙҙың һәр йыл һағынып көтөп ала торған күркәм байрамдарының береһе. Тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәүселәр, ҡунактар Һабан байрамына ашҡынып ҡайтты.

Уҙған аҙнала Ҡариҙелдә игенселәр байрамы — һабантуй гөрләп уҙҙы. Иртә менән үк ҙур майҙан халыҡ менән тулы ине. Байрам хөрмәтле ҡунактарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ менән ҡаршылауҙан башланды. Тәүҙә доклад менән район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин сығыш яһаны. Артабан һүҙҙе ҡунаҡтар алды, улар хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы.
Артабан һабантуйға йыйылыусылар ат сабышын, юртаҡтар бәйгеһен ҡарарға йыйылды. Теләгән һәр кем милли уйындарҙа көсөн һынаны. Һабантуй байрамына хужалыҡтар тирмәләр ҡорған, күптәр үҙ ихатаһын булдырған. Махсус жюри уларҙы баһалап, еңеүселәрҙе билдәләне. Артабан төрлө урындарҙа спорт ярыштары дауам итте. Майҙанда йыр-моң тынманы. Ҡариҙелдәрҙең күңеле көр ине.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: