Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Июнь 2021, 00:55

Балалар һабантуйы гөрләп үтте

Балалар һабантуйы үтәсәк майҙан тирәһе иртәнән үк балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән шығрым тулы ине. Быйыл Балалар ижады үҙәге педагогтары кескәйҙәр өсөн ысын байрам ойошторҙо.

Быйыл беренсе тапҡыр балалар һабантуйына сәхнә ҡуйылып, байрам йәш “йондоҙсоҡтарҙың” — “Яҙғы тамсылар” йәш таланттар район конкурсында еңгән балаларҙың сағыу сығышынан башланды. “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, Балалар ижады үҙәге һәм Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының һәр йыры, һәр бейеүе көслө алҡыштарға күмелде. Шунда уҡ төрлө ерҙәрҙән ҡайтҡан бәләкәй асҡындар ҙа үҙҙәренең һәләтен күрһәтте.
Сағыу, күңелле концерт номерҙары менән бер рәттән майҙансыҡта төрлө зоналар эшләне. Балалар ижады үҙәге педагогы Алһыу Тәбрис ҡыҙы Ибраһимова бәләкәстәр өсөн пластилиндан төрлө сувенирҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Эргәлә генә Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусыһы Сөмбөл Мөғтәбәрова ҡыҙҙарға аквагрим эшләне. Уның янынан көн оҙоно балалар өҙөлмәне. Сөмбөл 20-нән ашыу ҡыҙҙың битенә матурлыҡ өҫтәне. Шулай уҡ уларҙан йыраҡ түгел малайҙар шау-гөр килде. Яңы Ҡара ауылынан ағас оҫтаһы Динис Мостафин үҙе эшләгән өҫтәл футболында улар көн оҙоно футбол уйнаны. Бәләкәстәр өсөн дә “Күк сәскә” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ял итеү урыны әҙерләгәйне. Улар унда рәхәтләнеп һикерҙе, машиналарҙа, велосипедта йөрөнө.
Сағыу концерттан һуң Балалар ижады үҙәге педагогтары балалар өсөн күңелле ярыштар һәм халыҡ уйындары ойошторҙо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар йүгереп, һикереп, тәмлекәстәр һәм күстәнәстәр алып ҡыуанды. Байрамда быйыл 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: