Байрам сараһында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, уның урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Нәжметдинова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Егор Тарасевич, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге директоры Динара Хәсәнова ҡатнашты. Йола буйынса, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә уңышлы эшләгәндәре өсөн район мәктәптәренә Почет грамоталары бирелде, ә мәғариф бүлеге Маҡтау ҡағыҙҙары менән муниципалитет дәрәжәһендә булған конкурстарҙа еңеүсе балаларҙы ҡотланылар. Унан һуң сәхнәгә бәләкәстәрҙең яратҡан “Өс бесәй” йәнһүрәтенән ата-әсәһе менән Коржик, Карамелька һәм Компот персонаждары сыҡты. Оҙон буйлы ҡурсактар – Кот Леопольд, Дружок Барбоскин һәм Кукла Лола байрам күрке булды.