Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Июнь 2021, 10:40

Афарин, Ғәлимовтар!

“Аманат” балалар журналы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап иғлан иткән "Беҙҙең ғаилә — татыу ғаилә" фотоконкурсында Асҡындан рухлы, әүҙем Ғәлимовтар ғаиләһе ҡатнашып, еңеү яуланы!

Һәр ауылда, ҡалала матур, өлгө алырҙай ғаиләләр бар. Асҡында ла балаларын бәләкәйҙән телһөйәр, илһөйәр, үҙҙәре кеүек тырыш итеп үҫтереүсе йәш ғаиләләр байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе — Ләйсән һәм Илшат Ғәлимовтар.
Халыҡ -ара балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата “Аманат” журналы “Бәйләнештә” социаль селтәрендә "Беҙҙең ғаилә — татыу ғаилә" фотоконкурсын иғлан иткәйне. Беҙҙең райондан унда Ләйсән Зөфәр ҡыҙы һәм Илшат Рафиҡ улы ғаиләһе лә ҡатнашты.
  • Фотоконкурсҡа бер нисә фотобыҙҙы ебәргәйнек. Бәйгенең беренсе этабында иң күп лайк йыйған фотоларҙың хужаларын һайлап алдылар. Икенсе этапта 10 ғаилә ҡатнашып, иң күп тауыш йыйған өс ғаиләне билдәләнеләр. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, хеҙмәттәштәребеҙ ярҙамы менән беҙ иң күп тауыш йыйыуға ирештек. Ҙур рәхмәт уларға, — тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты Ләйсән Зөфәр ҡыҙы.
  • Рухлы, әүҙем, татыу ғаиләне лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм балаларының шатлыҡтарына төрөнөп, бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!
    Илһөйәр Махатова.
    Фотолар ғаилә архивынан.
    Читайте нас: