Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
2 Июнь 2021, 11:55

“Аҡбуҙат”та балалар милли йолаларҙы белеп үҫә

Ҡашҡа ауылының “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап милли байрамдарыбыҙҙың береһе — Һабантуй үтте

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре — физик культура буйынса инструктор Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова менән музыка етәксеһе Фәнилә Мөсәлләм ҡыҙы Әхмәҙишина балаларға кесе йәштән милли йолаларыбыҙҙы, байрамдарыбыҙҙы өйрәтеп үҫтереү маҡсатында Һабантуй байрамын ойоштора. Башта тәрбиәләнеүселәргә кисәге байрам тураһында һөйләйҙәр, артабан һабантуй тураһында бәйән итеп, төрлө милли уйындар үткәрәләр. Балалар сүлмәк ватыу, мендәр менән һуғышыу, тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, арҡан тартыу, күстәнәс киҫеү кеүек уйындарҙа ихлас ҡатнаша. Малайҙар милли көрәштә, ат сабышында, “әтәстәр һуғышы”нда көсөн һынай. Йәмле йәйҙең тәүге көнөндә саф һауала үткәрелгән күңелле байрам балаларға бик оҡшаны.
Илһөйәр Махатова.
Флидә Ғәлләмова фотолары.
Читайте нас: