Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь 2021, 14:35

Балалар — тормошобоҙ гөлдәре

Бөгөн — Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Был уңайҙан байрам саралары үтә, балалар өсөн күңелле ял төрҙәре ойошторола

Ҡәҙерле яҡташтар, ата-әсәләр һәм балалар! Барығыҙҙы ла Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Был байрам – һәр баланың ғүмере, сәләмәтлеге һәм яҙмышы өсөн яуаплы булыуыбыҙ тураһында өлкәндәргә сираттағы тапҡыр иҫтәренә төшөрөү ул. Беҙҙең төп бурыс – балаларыбыҙҙы аҡыллы, тәртипле, белемле кешеләр, Тыуған илдең ысын патриоттары итеп тәрбиәләү. Улар үҙҙәренең ышаныслы яҡлау астында булыуын тойһон һәм тормошҡа яҡшы старт алһын өсөн беҙ бөтәһен дә эшләргә тейеш. Сабыйҙарҙың бала сағы шатлыҡлы, ҡайғыһыҙ, бәхетле булһын, йөҙҙәрен һәр саҡ бәхетле йылмайыу балҡытһын.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: