Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Май 2021, 09:10

“Доға уҡый белеүсе бармы?”

Нигеҙһеҙ рәүештә “кулак” мөһөрөн күтәреп, һөргөндәрҙә, төрмәләрҙә ыҙа сиккән мулла улы, Балтас районының Штәнде ауылы егете Әхүәс Ғәбделхаҡов, бисмиллаһын әйтеп “Фәтихә” сүрәһен уҡығанда командирҙың күҙҙәренән йәш аға. “Фронтта, ҡот осҡос алыштарҙа үлем һулышын тойғанда Аллаһты бик йыш иҫкә алдыҡ. Фәрештәләрем һаҡланы, тыуған еремә иҫән ҡайтып еттем”, — тип һөйләй Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхүәс Ғәбделхаҡ улы Ғәбделхаҡов.

Ғәбделхаҡ мулла һөргөнгә оҙатылғандан һуң, ғаиләһенең бар мөлкәте тартып алына. Миңлехәйерә Фәрхетдин ҡыҙы (ул сығышы менән Мата ауылынан, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зөлфирә Фәрхетдинованың яҡын туғаны) дүрт бала менән урамда тороп ҡала. Бәләкәй балаһы бары алты айлыҡ ҡына була ул ваҡытта. Өйҙән-өйгә йөрөп, кеше өҫтөндә йәшәп көн күрә улар. Ғаилә башлығы, ғәйепһеҙгә хөкөм ителгәнлеге асыҡланғас, ике йылдан ауылға ҡайта. Ысынбарлыҡта, Әхүәс ағайҙың атаһын кулак булған өсөн түгел, һалым түләү буйынса дәүләт заданиеһын үтәмәгәнгә хөкөм итәләр. Дин тотҡан кешегә һалымды түләй алмаҫлыҡ биргәндәр, күрәһең. Был хәлдәрҙе һуңлап, Өфөлә һаҡланған ул йылдарҙағы документтарҙы тапҡас ҡына асыҡлай Ғәбделхаҡ мулланың ейәндәре. Ғаиләнең интегеүҙәре былай ғына бөтмәй. Ҡайтҡас та тынғы булмай муллаға. Яман уйлы кешеләр уның өҫтөнән шикәйәт яҙа. Тағы ла ике йыл төрмә, биш йыл һөргөн ауырлыҡтарын күрергә насип була Ғәбделхаҡ муллаға. “Атайым ҡайтҡас, төнлөклө мунсаны йәшәрлек итеп яраҡлаштырып, көн күрә башланыҡ. Шул мунсанан 1942 йылдың көҙөндә армияға киттем”, — тип иҫкә ала Әхүәс ағай.
Сталинград һуғышында Әхүәс Ғәбделхаҡовтың ҡулы яралана. Ҡан ағып торһа ла, тәтене (курокты) тарта алаһың икән, һуғышаһың. Яралы килеш алыштарҙа ҡатнаша ул. Курск дуғаһын һаҡлағанда бер ваҡыт полктан ике генә һалдат тороп ҡала. “Беҙҙе танктарға ҡаршы һуғышырға өйрәттеләр. Танктың алды — 10 сантиметр ҡалынлыҡ бронь. Шуға ла уны уҙҙырып ебәреп, артынан граната бәреп шартлатырға кәрәк. Уҙғанда аҫтында ҡалабыҙ ҙа, артынан башта май тултырылған шешә ташлайбыҙ, унан һуң танкка ҡаршы граната бәрәбеҙ, мылтыҡтан атабыҙ. Бензин багы ла, снарядтар ҙа танктың артҡы яғында урынлашҡан. Икәү 15 танкты шартлаттыҡ. Йәш саҡ, таҙа саҡ ине шул. Хоҙай ҡайҙан шундай етеҙлек, ярҙам биргәндер? Иҫән ҡалған иптәшем һөйләгәндерме, 37 йыл үткәс, был батырлығыбыҙ өсөн Дан ордены менән бүләкләнеләр. Клубта тантаналы шарттарҙа тапшырҙылар”, — тип һөйләй ветеран. Ә 2014 йылда Әхүәс Ғәбделхаҡовҡа Жуков миҙалы тапшырылды.
Әхүәс Ғәбделхаҡов йәйәүле ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта. Бер нисә тапҡыр дивизия разведкаһы составында “тел” алғаны өсөн 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Икенсе ҡулы ла яраланып, госпиталдә ята. Снаряд ярсыҡтарын фронттан әйләнеп ҡайтҡас ҡына алалар...
Артабан Штәнде егете Харьков ҡалаһын немец ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. “Өс тапҡыр дошман ҡулынан тартып алдыҡ был ҡаланы. Һуғыш шул тиклем ҡаты булды. ХТЗ тракторҙарын сығара торған заводтың каркастары ғына тороп ҡалғайны”, — тип иҫкә ала Әхүәс Ғәбделхаҡ улы. Кировоград ҡалаһынан 20 километр йыраҡлыҡҡа китеп, һөжүм операцияһы ваҡытында һалдатҡа батальон командирының элемтәсеһе булырға тура килә. “Пакет тапшырырға ике кеше ебәрелә. Яраланһаң, пакетты алға ташлайһың, иптәшең алып ары китә. Йүгереп барғанда снайпер күреп ҡалды, шартлағыс пуля менән аяҡҡа тейҙерҙе. Йоҙроҡ һыйырлыҡ тишек, бының әле лә эҙҙәре бар”, — тип һыҙлаған яраларын күрһәтә ветеран. Полк алға китә. Һалдат бик күп ҡанын юғалта, асыға, тамағы кибә. Немецтарҙың аҙыҡтары ҡалған була. Уларҙы ашарға ярамай, ағыулап китәләр. Был турала ишеткәне бар. Бинттарын ала, ерҙән катушка тәгәрәтеп килеүсе элемтәсе егет уның яраһын бәйләп, үҙенең арҡаһына һалып, шыуышып барып, яҡындағы емерек ауылға, балсыҡ өйгә индереп ҡалдыра. Яралылар бихисап була бында. Снарядтар яуа, һалдаттар ыңғыраша. Ҡан еҫе...
1985 йылда 81-се Алыҫ Көнсығыш Суворов һәм Кутузов ордендары кавалеры гвардия уҡсы дивизияһының ветерандар советы саҡырыуы буйынса Волгоградҡа осрашыуға барғас ҡына Әхүәс Ғәбделхаҡов үҙен ҡотҡарған элемтәсенең исемен белә. “Мине яу ҡырынан сығарғас, тағы ла снаряд төшөп өҙөлгән элемтә сыбыҡтарын ялғарға тотона ул. Үҙе лә ҡаты яралана. Аңын юғалтҡанда өҙөлгән сыбыҡтың ике осон тешенә ҡыҫтырып, үлгәс тә элемтәне тәьмин итә. Советтар Союзы Геройы Евгений Дикопольцев була ул”, — тип тулҡынланып иҫкә ала Әхүәс ағай. Осрашыуға барғас, үҙе һуғышҡан ерҙәрҙә, разведкаға барған тимер юл станцияһында, Жуковтың күҙәтеү пунктында булған, 64-се армия урамы буйлап үткән ул. Герой-ҡалаға Башҡортостан сәләмен тапшырған. Мәктәптә дәрес биргән. Дивизияның хәтер китабына исемен яҙып ҡалдырған яҡташыбыҙ.
Ете ай госпиталдә ята Әхүәс ағай. Шунда ҡаты яраланған һалдаттарҙы хисапсы һөнәренә уҡыталар. Тыуған ауылына һалдат ҡултыҡ таяғы менән, беренсе төркөм инвалиды булып ҡайта. “Мин ҡайтып төштөм, ҡустым Лотфулла армияға китте. Совет-япон һуғышында ҡатнашып, яраланды. Туғыҙ һум пенсия алам. Ауылда аслыҡ. 12-13 ҡатын егелеп ер эшкәртә. Чернушка, Яңауыл станцияларынан йәйәүләп, арҡаларына аҫып, орлоҡ ташып сәсәләр. Ҡапсыҡ күтәреп ҡайтҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә бер грамм ашлыҡ бирмәйҙәр. Эшләмәһәң, астан үләһең. Магазинда эшләй башланым. Һыуыҡта баҫып тороп яраларым шеште. Өфөгә юллама бирмәйҙәр. Мең ғазап менән Свердловск ҡалаһына барҙым. Вокзалда ҡундым. Барлы-юҡлы кипкән икмәгемде, сумкамдағы балымды ла урлап киткәндәр.

Юғары температура менән табип янына барып индем. Ҡарауҙарын талап иттем. “Аяҡтарың киҫерлек хәлгә еткән бит”, — тинеләр. Операция яһанылар. Аяҡтар барыбер шешә. Магазинда эшләп булманы. Мәктәпкә хисапсы итеп күсерҙеләр. Кибеттәргә ревизия үткәреп йөрөнөм. Мәктәпкә халыҡ мәғарифы министрлығы вәкиле килгәс, ситтән тороп уҡытыусылыҡҡа уҡырға тәҡдим итте”, — тип иҫкә ала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Экстерн рәүештә Иҫке Балтас урта мәктәбен, унан һуң Бөрө педагогия училищеһын тамамлап, 1976 йылға ҡәҙәр, сәләмәтлеге мөмкинлек биргәнсе, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
Бөгөн Әхүәс ағай ҡыҙы, улдары, ейәндәре, бүләләренең тормоштарына һөйөнөп йәшәй. Балалары береһенән-береһе уҙҙырып, уңыштары менән ғорурландыра уны. Ҡыҙы Мауа оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр поликлиникаһында табип булып эшләне. Улы Рафаэль Илеш районында йәшәй, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Улы Рәдиф — Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, философия фәндәре кандидаты, Эске эштәр министрлығы штабы начальнигы урынбаҫары вазифаһына ҡәҙәр күтәрелгән отставкалағы полковник, һуңынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында эшләне. Әхүәс ағайҙың алты ейәне лә төрлө өлкәлә юғары белемгә эйә, тормошта үҙ урындарын тапҡан.
Әхүәс Ғәбделхаҡ улы ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәне. 30 йыл дауамында Штәнде мәсетендә имам-хатип булып торҙо. “Атайым бик уҡымышлы, аҡыллы кеше ине. Ғәрәп хәрефтәрен бик бәләкәйҙән өйрәнде. Атайымдың кәңәштәрен ғүмерем буйы тоттом. Хатта фронтта ла хәмер эсмәнем, тәмәке тартманым. Армияға киткәндә әйткән һүҙҙәре әле лә ҡолағымда яңғырай кеүек: “Балаҡайым, дөрөҫ хеҙмәт ит, командирҙарҙың һүҙен тыңла, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә”. Ә уйлап ҡараһаң, был һүҙҙәрҙе әйтеүсе кеше власть тарафынан күпме ҡағылған, һөргөндәргә ҡыуылып, ҡыйырһытылған бит”, — тип фекерҙәре менән уртаҡлаша ветеран.
Донъяға аҡыллы ҡараш, айыҡ фекерләү, үткен зиһен, тәрбиәлелек кеүек аҫыл сифаттар Ғәбделхаҡов нәҫеле вәкилдәренә быуындан-быуынға күсеп килә. Был ныҡлы еп матур эштәргә, изге юлдарға, ғорурланырлыҡ тормоштарға нигеҙ биреп, бер ҙә өҙөлмәйенсә дауам итһен.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас: