Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Май 2021, 21:35

Ҡариҙелдә “Хәтер баҡсаһы” акцияһы үтте

Ошо акция сиктәрендә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә арнап, ағастар ултыртыла, аллеялар, парктар, скверҙар төҙөкләндерелә. Бөгөн Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылы янындағы диләнкәлә дүрт гектар майҙанда 16 мең шыршы үҫентеләре ултыртылды. Сарала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, БР-ҙың Дәүләт техник күҙәтселеге инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов һәм район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнашты.

Акцияла барлығы 200-гә яҡын кеше ҡатнашты. Һәр яңы ағас яуҙа һәләк булған һалдат иҫтәлегенә ултыртылды. Райондан Бөйөк Ватан һуғышына 11 меңгә яҡын яҡташыбыҙ китә, уларҙың яртыһы тыуған яҡтарына кирегә әйләнеп ҡайтмай. Улар тураһында яҡты иҫтәлектәр беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.
Читайте нас: