Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Май 2021, 16:19

Изгелек һәм өмөт өләшә

Урта медицина звеноһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы беренсе шәфҡәт туташы Флоренс Найтингейл исеме һәм уның тыуған көнө — 1820 йылдың 12 майы менән бәйле. Уның өлгөһө ваҡытында Мишкә ауылы ҡыҙына ла ошо изге һөнәрҙе һайларға этәргес бирә.

Гөлшат Нурғәлиева бала саҡтан өләсәһенә уколдар ҡуйырға өйрәнә, уның ҡан баҫымын үлсәй. Нәҫелдәрендә табиптар һәм шәфҡәт туташтары булмай. Ауыл фельдшерының былай ҙа эше күп. Ә кемдер өләсәйгә ярҙам итергә тейеш. Гөлшат әйтеүенсә, нисектер үҙенән-үҙе килеп сыға. Урта мәктәпте тамамлағанда башҡа һөнәр һайлау тураһында уйында ла булмай.
Тырыш ҡыҙ Өфөлә медицина колледжына уҡырға инә, ләкин һуңғы курста Бөрө медицина-фармацевтика колледжына күсә. Нәҡ ошо ҡалала ул бәхетен дә таба, кейәүгә сығып, Бөрөлә ҡала. Акушерлыҡ бүлегендә “терапияла шәфҡәт туташы эше” белгеслеге буйынса уҡыуын тамамлағас, ул балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң бындағы эштең күңеленә ятмауын аңлай. Алған һөнәри белемдәрен ҙурыраҡ ерҙә ҡулланырға теләй. Бөрө үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегенә урынлаша һәм бына 15 йыл инде ошо татыу коллективта тырышып хеҙмәт һала. Тәжрибәле, һөнәренә ғашиҡ Гөлшат Нурғәлиева үҙ бурыстарын юғары кимәлдә башҡара.
— Бик иғтибарлы һәм яуаплы, — ти уның тураһында бүлек пациенттары. — Ҡан тамырын да тиҙ таба, уколды ла ауырттырмай ҡуя.
Терапия бүлеге коллективында башҡа шәфҡәт туташтары ла юғары һөнәри сифаттарға эйә — изге күңеллеләр һәм һәр кемгә медицина ярҙамын ваҡытында һәм сифатлы күрһәтәләр.
Гөлшат Нурғәлиева үҙе сығарылыш уҡыусыларына яҡшы өлгө булып тора. Хәҙерге ваҡытта кисә ихтыяж менән ҡулланған һөнәрҙәр юҡҡа сыға. Тормошҡа йәшен тиҙлегендә заман технологиялары килеп инә. Тәжрибәле шәфҡәт туташы билдәләүенсә, һәр ваҡыт кәрәк булған һөнәрҙәр бар. Ул да булһа — шәфҡәт туташы һөнәре. Бер ниндәй робот та ауырыу кешеләрҙе тулыһынса яҡшы итеп ҡарай һәм дауалай алмай. Бында кеше булыуы мөһим. “Ҡайһы саҡта бер йылмайыуың да кешегә көс бирә, терелергә өмөт уята, кәйефен күтәрә”, — ти Гөлшат Нурғәлиева.
Степан Чиглинцев фотолары.
Ольга Платонова.
Читайте нас: