Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
10 Май 2021, 21:00

Ҡариҙелдә — Еңеү парады

9 майҙа район үҙәгендә 76-сы Еңеү көнөнә арналған байрам саралары үтте. Байрам хеҙмәт коллективтарының парадынан башланды.

Артабан ҡариҙелдәр ҙур тулҡынланыу менән “Еңеү ямғыры” театрлаштырылған-хореографик тамашаны ҡараны. Район үҙәгенең төп урамынан хәрби техника парадын да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәттеләр. Уның составында Т-34 легендар танкы барҙы. Артабан Еңеү һәм хәтер паркында Советтар Союзы Геройҙарына ҡуйылған һәйкәлгә веноктар һәм гөлләмәләр һалынды, бер минут тынлыҡ менән һәләк булғандарҙы иҫкә алдылар. Байрамға килеүселәр майҙанда “Һалдат бутҡаһы”нан ауыҙ итте һәм байрам концерты ҡараны.
Люция Карамова.
Читайте нас: