Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Май 2021, 09:25

Хөрмәтле ветеран ошо көндәрҙә 95 йәшен тултырған

Еңеү көнө алдынан Упҡанкүл ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакировты тәбрикләнеләр

Аяуһыҙ һуғыштың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән хөрмәтле ветеран Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакировты Еңеү көнө менән район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡотланы һәм тыныс тормошто яулауҙағы өлөшө өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Ошо көндәрҙә ветеран үҙенең 95 йәшен тултырған. Ошо уңайҙан да уға бүләктәр тапшырылды. Ҡотлауҙарға Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев та ҡушылды.
Ветеран өсөн парад ойошторолдо, матур йырҙар яңғыраны. Һуңынан уның баҡсаһында “Еңеү баҡсалары” акцияһы сиктәрендә алмағас ултыртылды. Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улына алмағастың алмаларын да күрергә насип булһын, тигән теләк теләне акцияла ҡатнашыусылар.
Лениза Закирова фотолары.
Читайте нас: