Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Май 2021, 14:35

“Еңеү хәбәрен ишеткәс, шатлығыбыҙҙан эй иланыҡ”

Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Мишкә ауылында йәшәүсе Туҡтағол ҡыҙы Ғиниәтуллинаға һуғыш башланғанда 13 йәш була. Һуғыш йылдарының һәм унан һуңғы ауырлыҡтарҙы кисерергә тура килә уға.

— Еңеү хәбәрен мәктәптә имтихан ваҡытында ишеттек. Ул көн бар халыҡ өсөн байрам булды. Ленинградтан эвакуация менән килгән уҡытыусы Татьяна Александровна Иванова еңеү хәбәрен ишеткәс, таҡтала эленеп торған картаны ҡосаҡлап эй иланы, уға ҡушылып беҙ илайбыҙ, — тип иҫкә ала Шәмсуруза апай Ғиниәтуллина.
Туҡһанды уҙған тыл ветераны бөгөн дә, Аллаға шөкөр, бирешмәй. Ул бәләкәйҙән шиғырҙар яҙа.
Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: