Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2021, 16:00

Яҡташтарын иҫкә алдылар

Солтанай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған стелаға гөлләмәләр һалдылар

Кисә Солтанай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар иҫтәлегенә ҡуйылған стела эргәһендә тантаналы сара үтте. Уны урындағы мәктәп уҡытыусылары Әдисә Ғилмийәрова менән Эльза Йосопова ойошторҙо. Уҡыусылар еңеү көнөнә арнап шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Яүбүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Әминев, мәғариф ветераны Реваль Әхмәтйәнов һәм башҡалар сығыш яһап, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы, барыһына ла именлек теләне.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: