Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Май 2021, 15:30

Хөрмәтле ветеранды тәбрикләнеләр

Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бәхтигәрәй Ғизәтуллинды Еңеү көнө менән ҡотланы

Ошо көндәрҙә районда “Ветеран йорто эргәһендә парад” акцияһы үтә. Сара сиктәрендә Төлгөҙбаш ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Бәхтигәрәй ағай Ғизәтуллинды ла район хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡотланы. Ветеран хөрмәтенә парад үтте, йырҙар йырланды.
Азаҡ сарала ҡатнашыусылар ветерандың баҡсаһында алмағас ултыртты. Бәхтигәрәй Зиннәтулла улы бындай хөрмәткә бик һөйөндө һәм барыһына ла рәхмәт әйтте.
Лениза Закирова фотолары.
Читайте нас: