Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
13 Апрель 2021, 04:55

“Йыһангир булам”, тинеләр

Бынан 60 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә тарихта кеше тәүге тапҡыр Йыһанға оса. Ул Юрий Алексеевич Гагарин була. #Космонавтикакөнө#Гагариносошона60йыл

Юрий Гагарин “Восток-1” йыһан карабында бер тапҡыр Ер шары тирәләй әйләнеп сыға. Ул йыһанда 108 минут оса. Юрий Алексеевич йыһанда ла кеше эшләй һәм йәшәй алыуын раҫланы. Ошо ваҡыттан алып космонавт һөнәре барлыҡҡа килә.
Асҡын районының Яңы Ҡаҙансы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә лә был иҫтәлекле көнгә бағышланған класс сәғәттәре үтте. 5-се класта "Ул беренсе булды" тип исемләнгән саранан һуң һәр уҡыусының тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлашты.
Алһыу Хәсәнова.
Читайте нас