Сараны “Ғаилә” Төньяҡ район-ара үҙәге һәм “Беҙ бергә” ирекмәндәр хәрәкәте менән берлектә “Надежда” үҫмерҙәр клубы ойошторҙо.
Байрамда атай-әсәйҙәре менән бергә сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 11 малай һәм ҡыҙ ҡатнашты.
Тантананы Ҡариҙел районы “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Роза Хәбибуллина асты. Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров сығыш яһаны. Ул байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы тураһында һөйләне.
60 йыл элек – 1961 йылдың 12 апрелендә “Восток” йыһан карабында Советтар Союзы гражданины өлкән лейтенант Юрий Гагарин беренсе булып Ер шарын осоп ураны. Ул йыһанға осоу дәүерен асты. Осош 108 минут барҙы, Юрий Гагаринға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Ә уның осош алдынан әйткән “Поехали!” һүҙе ҡанатлы һүҙгә әйләнде.
Аҙаҡтан ҡатнашыусылар Беренсе канал үткәргән “Мин – Гагарин” Бөтә Рәсәй флешмобы өсөн видеоролик төшөрҙө. Был кеше йыһанға осоуға 60 йыл тулыуға бағышлана.