Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
12 Апреля 2021, 09:55

Класс сәғәте фәһемле үтте

Тәүге кешенең йыһанға осоуына 60 йыл тулыу айҡанлы мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында төрлө саралар үтә. Солтанай башланғыс мәктәбендә лә бөгөн уҡыусылар менән тематик класс сәғәте үтте.

Башланғыс кластар уҡытыусыһы Әдисә Мәғдән ҡыҙы Ғилмийәрова башта балаларға йыһан, Рәсәй космонавтары тураһында ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Артабан класс етәксеһе фәһемле видеодәрестәр күрһәтеп, йыһанға осҡан тәүге кеше — Юрий Гагарин тураһында ентекләп һөйләп, бөгөнгө иҫтәлекле датаның әһәмиәтен аңлатты.
Класс сәғәтенең һөҙөмтәһе итеп, балалар үҙҙәренең белгәндәрен йомғаҡлап, һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Һәр бер уҡыусы Авиация һәм космонавтика көнөнә арнап матур һүрәт төшөрҙө.
Илһөйәр Махатова.
Әдисә Ғилмийәрова фотолары.
Читайте нас