Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
2 Апрель 2021, 07:45

Балалар баҡсаһының тыуған көнөн билдәләнеләр

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында бер юлы ике байрам үтә: бынан нәҡ алты йыл элек балалар баҡсаһының заманса төҙөлгән яңы, ҙур бинаһы сафҡа инеп, үҙенең тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итә һәм Көлкө көнө лә тап шул көнгә тура килә.

Байрамға балаларҙың яратҡан йәнһүрәт геройы Маша килә (ролде оҫта итеп педагог-психолог Юлиә Әхмәтғәлиева башҡара). Малайҙар һәм ҡыҙҙар балалар баҡсаһы менән таныш булмаған ҡыҙға бирелә көн дауамында нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләй. Улар бергәләп зарядка ла эшләй, ашап та, йоҡлап та ала, уйындар уйнай, бейей, күңел аса. Машаға баҡсала бик оҡшай. Ул балаларға күңелле ял өсөн рәхмәт әйтә һәм киткәндә күстәнәс ҡалдыра. Байрам аҙағында балалар тыуған көндә йырлана торған Каравайҙы башҡара.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар балалар баҡсаһы сәхифәһенән алынды.
Читайте нас