Тәрбиәселәр Флидә Нәфҡәт ҡыҙы Ғәлләмова, Эльвира Ҡәҙим ҡыҙы Фазлетдинова байрамды ойоштороуға күп көс һалды. Римма Фәнзәт ҡыҙы Ғәлләмова, Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәхова, Мәдинә Мәзғәт ҡыҙы Дилмиева, Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы Фәйзрахманова ролдәрҙе оҫта башҡарып, балаларҙың күңелен күтәрҙе. Иртәлек аҙағында бергәләп тәмлекәстәр менән тәмле самауыр сәйе эстеләр. Байрам барыһына ла оҡшаны.