Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
19 Марта 2021, 10:55

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында Науруз байрамы гөрләне

Балалар баҡсаһында йыл да үткәрелгән был күңелле байрамды балалар көтөп ала. Урта, өлкән һәм әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре әкиәт геройҙары менән бергә биремдәр үтәне, шиғырҙар һөйләне, күңелле уйындарҙа ҡатнашты.

Байрамға Шүрәле (ролде музыкаль етәксе Лариса Пантелеева башҡарҙы) һәм Һыу инәһе (физкультура буйынса инструктор Марина Ғүмәрова) килә. Һыу инәһе Наурузды (педагог-психолог Юлиә Әхмәтғәлиева) йәшереп ҡуя, уны ҡотҡарыр өсөн балалар төрлө биремдәр үтәй. Шулай малайҙар һәм ҡыҙҙар ярҙамы менән байрамға Науруз да килеп етә. Балалар уға шиғырҙар һөйләй, бейеүҙәр башҡара, йырлап күрһәтә, халыҡ уйындарында ла теләп ҡатнашалар. Ҡупшы итеп кейенгән Науруз менән балалар күңел аса. Байрамды өлкән тәрбиәсе Эльза Нафиҡова алып бара.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас