Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
13 Март 2021, 08:25

“Күк сәскә”лә байрам күңелле үтте

Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы, йәки Масленица байрамы ете көн дауамында үткәрелә. Ошо көндәрҙә мәҙәниәт, белем усаҡтарында, балалар баҡсаларында күңелле итеп ҡышты оҙаталар.

Балалар был байрамды түҙемһеҙлек менән көттө, сөнки улар сара аҙағында йылдағыса ашнаҡсылар бешергән тәмле, майлы ҡоймаҡтар менән һыйланырҙарын белеп тора. Был көндө балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәр өсөн матур тамаша әҙерләне. Матур итеп биҙәлгән залда малайҙар һәм ҡыҙҙар Яҙһылыуҙы ҡаршы алды, йырҙар йырланы, бейене, конкурстарҙа ҡатнашты. Алдашып килеп ингән Мәскәй әбейҙе лә фаш иттеләр. Ул ғәрлегенән һыпыртыу яғын ҡараны. Шулай күңелле сәхнәләштереү, уйындар аша балалар байрам тураһында белгәндәрен нығытты. Аҙаҡта барыһы ла тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итте.
Илһөйәр Махатова.
Фотолар балалар баҡсаһы сәхифәһенән алынды.
Читайте нас