Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар
12 Март 2021, 10:40

“Ҡояшҡай”ҙа ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршы алдылар

Асҡын ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында үткән “Масленица” халыҡ байрамы балаларҙың күңеленә хуш килде

Бөгөн “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында “Масленица” халыҡ байрамы гөрләп үтте. Өлкәнерәк төркөм тәрбиәләнеүселәре өсөн сара тышта ойошторолһа, бәләкәстәр өсөн эстә үткәрелде. Балалар байрам тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белеп, күңелле уйындарҙа ҡатнашты. Тәрбиәселәр Алия Рифат ҡыҙы Ғәлиева — Петрушка, Хәфизә Идгарт ҡыҙы Ғимранова Мәскәй әбей ролдәрен башҡарҙы. Өлкән тәрбиәсе Айгөл Ғәли ҡыҙы Исламова, логопед Венера Сәғит ҡыҙы Зарипова, музыкаль етәксе Фәридә Фәриз ҡыҙы Асҡарова, тәрбиәсе Алия Аснаф ҡыҙы Әмирова һәм эштәр башҡарыусы Ләйсән Вил ҡыҙы Нафиҡова байрам күңелле үтһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалды.
Байрамдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итеү булды.
Читайте нас