Байрамда өлкән һәм әҙерлек төркөмдәре балалары ҡатнашты. Шат малайҙар һәм ҡыҙҙар Ҡышты оҙатып Яҙһылыуҙы ҡаршы алды. Улар әүҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, күңелле эстафеталарҙа ҡатнашып, шаян Скоморох менән күңел асты. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын ҡаршы алыу булды.
Масленица байрамы табынының төп атрибуты, әлбиттә, ҡоймаҡ. Сара аҙағында балаларҙы ашнаҡсылар бешергән тәмле ҡоймаҡтар менән һыйланылар.
Күңелле йола байрамы тәрбиәләнеүселәргә бик оҡшаны.